Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар бушлай туҡланыу ала алмаған

Нефтекамала бушлай туҡланыу менән тәьмин ителергә тейеш балаларҙың хоҡуҡтары яҡланылды.Ҡаланың бер дауаханаһында тикшереү ойошторола.

Законға ярашлы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе өс йәшкәсә балалар бушлай аҙыҡ алыуға хоҡуҡлы. Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, урындағы медицина учреждениеһында иҫәптә торған 700-ҙән ашыу бала был социаль ярҙам менән тәьмин ителергә тейеш. Тик 2017 йылдың сентябрендә педиатрҙар бары тик 50 юллама ғына биргән, ә октябрь айында ярҙам бөтөнләй күрһәтелмәгән. Дарыуханала иһә был ваҡытта 10 меңгә яҡын ҡап балалар аҙығы булған.

Дауахананың баш табибына шелтә яһала. Һөҙөмтәлә, ағымдағы йылдың март айында 550 юллама тапшырыла.