Өфөлә 14 апрелдә тәүге экологик өмә ойошторола

Ошо көндәрҙә, йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә, миҙгелдең тәүге экологик өмәһе ойоштораласаҡ.

Сарала торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары эшселәре, ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашасаҡ. Урамдарҙан тыш, урман зоналарын, сквер һәм парктарҙы тәртипкә килтереү күҙаллана. Шулай уҡ ҡар ташлау,тротуар һәм туҡталҡаларҙы йыуыу күҙ уңында тотола.

Экологик өмәлә урындағы халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы һорала.