Водитель юл-транпорт ваҡиғаһында зыян күреүсе пассажирға 1 млн. һум күләмендә компенсация түләйәсәк

Юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән пассажир компенсация аласаҡ. 24 йәшлек водителгә бына ошондай ҡарар сығарылды.

Фото №1 - Водитель юл-транпорт ваҡиғаһында зыян күреүсе пассажирға 1 млн. һум күләмендә компенсация түләйәсәк

Республиканың Юғары судынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың октябрендә ғәйепләнеүсе автомобиль менән идара итә алмай. Һөҙөмтәлә, машина ауҙарылыу сәбәпле, артта ултырыусы пассажир зыян күрә. Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән ҡыҙ автомашина салонынан осоп сыға.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд, зыян күреүсегә компенсация түләргә, 2 йылға водитель таныҡлығынан һәм бер йылға иркенән мәхрүм итергә, тигән ҡарар сығарҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ