Октябрьск ҡалаһында йәшәүсе ир велосипед урлауҙа ғәйепләнә. Ике тәгәрмәсле транспортты ул һатып та өлгөргән.
Республиканың Эске эштәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бәләкәй транспорт хужаһы баҫҡыс майҙансығында велосипедын бәйләп ҡалдыра. Иртән тороуға, велосипед булмай сыға һәм ул полицияға мөрәжәғәт итә. Тиҙҙән уғрылыҡ ҡылған ир ҡулға алына. Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе алдан хөкүм ителгән булған.
Ҡулға алыныусы үҙ ғәйебен таный. Тик ул велосипедты һатып ебәргән. Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.




