Республикала торлаҡ-эксплуатация идаралығы хеҙмәткәрҙәре ғәйебе арҡаһында фатирҙа янғын сыға

Билдәле булыуынса, торлаҡ-эксплуатация идаралығы хеҙмәткәрҙәре йорт ҡыйығын төҙөкләндергән ваҡытта, фатирҙа янғын сығыуға юл ҡуя. Хәҙер предприятиеға килтерелгән зыян күләмен ҡапларға кәрәк.

Фото №1 - Республикала торлаҡ-эксплуатация идаралығы хеҙмәткәрҙәре ғәйебе арҡаһында фатирҙа янғын сыға

Республиканың Юғары судынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған йылдың август айында идаралыҡ эшселәре, ут менән эш иткән ваҡытта, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәгән. Һөҙөмтәлә, фатир һәм уның балконы янып китә. Торлаҡтың эске биҙәлеше, йорт йыһаздары, техника, шулай уҡ хужаларҙың шәхси әйберҙәре эшлектән сыға.

Ойошма зыян күреүсегә 397 440 һум күләмендә аҡса түләйәсәк. Был сумма фатирҙы төҙөкләндереүгә киткән сығымды ҡаплаясаҡ.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ