Билдәле Рәсәй йырсыһы Вера Брежнева үҙ ижадына ғашиҡ 14 йәшлек Карина Ҡадырова менән осрашты. Стәрлетамаҡ ҡалаһына сәйәхәтте йырсы социаль селтәрҙә күрһәткән.
2012 йылда 14 йәшлек Карина Ҡадырова бәләгә осрай, ул тәнен һәм йөҙөн бешерә. Ҡыҙҙың сәсе яңылыш ҡына газ плитәһенә эләгеп, янып китә. Һөҙөмтәлә, Карина тәненә һәм йөҙөнә 21 тапҡыр операция кисерә, бынан тыш, бихисап медицина хеҙмәтенә мохтаж була.





