Ҡарҙар ирей, һыу таша

Яҙғы ташҡын республикалағы 600-ҙән ашыу йорт һәм ихатаны, ботаник баҡсалағы һирәк үҫемлектәрҙе һыу эсендә ҡалдырҙы.

Ҙур һыу Бүздәк районы хужалыҡтарының береһен, шулай уҡ Дыуандың Яңы Хәлил ауылында йәшәүселәрҙе лә һынай.

Ә Өфөнөң ботаника баҡсаһында хеҙмәткәрҙәр иртәнге сәғәттәрҙән һирәк осраған үҫемлектәрҙе һаҡлап ҡалыу менән мәшғүл. Улар әйтеүенсә, баҡса тарихында бындай хәл беренсегә күҙәтелә.

Республика йылғаларында яҙғы ташҡынды булдырмау саралары дауам итә. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Өфөлә 500-гә яҡын йорт яҙғы ташҡындан зыян күргән. Ҡотҡарыусылар ташҡын хәүефе юғары булған участкаларҙа тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторған. Ҙур һыу килеүе тураһында смс-хәбәрҙәр беҙҙең ватсап һандарына республиканың төрлө төбәктәренән килеп тора. Әгәр ҙә һеҙ ҙә ғәҙәттән тыш хәл шаһиты булһағыҙ, фото һәм видеояҙмаларығыҙ менән бүлешегеҙ.

Автор: Фәниә Юланова.