Яза үҙ көсөндә ҡала

Игеҙәк ҡыҙҙарҙың ғүмерҙәрен өҙгән Сергей Васильев шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығарылмаясаҡ. Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡала судында хөкөм ителеүсенең дәғүәһе буйынса суд ултырышы үтте.

Фото №1 - Яза үҙ көсөндә ҡала

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ир дүрт йыл элек Өфөнөң Сельская Богородская урамында ҙур юл фажиғәһенә сәбәпсе була. Эскән килеш машинаһы менән идара итеп, юлды үтеп барған балаларҙы һәм уларҙың олатаһын бәрҙерә, һөҙөмтәлә игеҙәктәр шунда уҡ һәләк була. Ғәйепле зыян күреүселәргә ярҙам итәһе урынға ваҡиға урынынан ҡаса. Ҡулға алынғандан һуң ул ете йыл ярымға енәйәти язаға тарттырыла. Суд ултырышын хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Игеҙәк ҡыҙҙарҙың ғүмерен ҡыйған ир Головиндар ғаиләһенә әхлаҡи зыян өсөн өс миллион һум бурыслы. Был суд ҡарары күптән сығарылған булыуға ҡарамаҫтан, Сергей Васильев түләүҙәрҙе яңыраҡ ҡына башлаған. "Күрәһең, шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығырға әҙерләнгән",-ти балаларын юғалтҡан әсә. Стәрлетамаҡта үткән процеста ла ҡатын хөкөм ителеүсенең судҡа биргән дәғүәһенә ҡаршы булыуын белдерҙе. Әйткәндәй, ғәйепле ир процеста үҙ теләге менән ҡатнашманы.

“Эскән килеш руль артына ултырып, ҡыҙҙарымдың ғүмерен өҙгән водитель ете йыл да алты айға ғына хөкөм ителгәйне. Беҙҙеңсә, был бәләкәй яза булды, ә ул алдараҡ иреккә сығырға теләй. Әлбиттә, беҙ быға ҡаршы”.

Ксения Головина, зыян күреүсе

Ҡатын суд процесында үҙен тыныс тоторға тырышты, шулай ҙа йөрәге өҙгөләнеүе һиҙелде. Дүрт йыл элек булған юл фажиғәһен оноторлоҡ түгел.

2013 йылдың 30 ноябрендә туғыҙ йәшлек Дана менән Янаның кәүҙәләре Өфөнөң Сельская Богородская урамында табыла. Ҡыҙҙар олатаһы менән кис саф һауала йөрөргә сығып, машина тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, светофорға тиклем барып етмәй, юл аша сығыу бәләгә килтерә. Яҡында ер аҫты үткәүеле лә барлыҡҡа бар, әммә ҡараңғыла уның аша үтеү мөмкин булмай, баҫҡыстары емерек хәлдә, яҡтылығы юҡ. Водитель иһә юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасыуҙы хуп күрә, шулай ҙа һуңынан полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.

Сергей Васильев әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан 21-се холоҡ төҙәтеү колонияһында. Шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығыу маҡсатында ир унда, хатта, эшкә лә урынлашҡан, тәртибенә бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ,-тине суд процесында колония вәкиле. Ҡылыҡһырламаһы яҡшы.

“Тәрбиәүи сараларҙа әүҙем ҡатнаша, туғыҙ рәхмәт хаты бар. 2016 йылдың 25 мартында колонияла еңеләйтелгән шарттарға күсерелде”.

Рөстәм Ниғмәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 21-се холоҡ төҙәтеү колонияһы хеҙмәткәре

Судья яҡтарҙың сығышын тыңлағандан һуң ғәҙел ҡарар сығарҙы. Сергей Васильев шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығарылмаясаҡ. Хөкөм ителеүесе ир ун көн эсендә Башҡортостандың юғары судына мөрәжәғәт итеп, был ҡарарға ялыу бирә ала. Әммә белгестәр фекеренсә, дәғүәнең яҡлау табыуы икеле.

Башбат

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ