Уҡытыусылар баһаланды

Космонавтика көнө уңайынан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙа Гагарин олимпиадаһын ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән уҡытыусылар тәбрикләнде. Мәғариф алдынғыларын республика парламенты рәйесе Константин Толкачев ҡотланы.

Фото №1 - Уҡытыусылар баһаланды

Тантанала Рәсәй геройҙарының ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. Уҡытыусыларҙы олимпиаданың ойоштороу комитеты рәйестәше, илдең 113-сө космонавты Сергей Ревин, граждандар авиацияһының легендар летчигы Владимир Шарпатов, яҡташыбыҙ һәм шулай уҡ Рәсәй геройы, хәрби летчик Владимир Алимов тәбрикләне. Балалар һәм уҡытыусылар өсөн дә Юрий Гагариндың ҡаһарманлығын һәм патриотизм иделогияһын дауам итеүселәр менән осрашыу ҙур әһәмиәткә эйә.

“Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Сергей Николаевич Ревин, Владимир Ильич Шарпатов, улар Рәсәй геройҙары, беҙҙең арҙаҡлы замандаштарыбыҙ. Сарала ҡатнашыусыларға бындай кешеләр менән аралашыуы ҡыҙыҡ булыр, тип уйлайым”.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ