Рәсәй Геройы, космонавт Сергей Ревин бөгөн "Гагарин-үҙәк"тә балалар менән осрашты

Баш ҡалала " Гагарин-үҙәк" ике йыл эшләп килә. Уҡыу үҙәгенең төп маҡсаты - техник белемле йәштәр үҫтереү.

Фото №1 - Рәсәй Геройы, космонавт Сергей Ревин бөгөн "Гагарин-үҙәк"тә балалар менән осрашты

Курсанттар инженер йүнәлештәре буйынса - ай ти технологиялар, робот техникаһы түңәрәктәрендә шөғөлләнә, математиканы, информатиканы төптән өйрәнә. Уҡыусылар объекттың һанлы һүрәтләмәһенән башлап уның етештерелгән продуктын алғансы күҙәтә ала.

Бында балаларҙы олимпиадаларға әҙерләү һәм аэрокосмик белем биреү ҙә алып барыла. Үҙәктә алты йәштән туғыҙынсы синыфҡаса уҡыусылар аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнә.

“Йылына 850 тирәһе уҡыусы шөғөлләнә. Уларға Башҡортостан Кванториумы программаһы сиктәрендә - аэроквантум, космоквантум, робоквантум буйынса уҡыу бушлай, ә башҡа йүнәлештәр өсөн ата-әсәләр айына 3000 һум түләй”.

“Гагарин-үҙәк”тең үҫеш буйынса директоры Рәмил Рәхимов

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ