Нуриман районы Байгилде ауылы балалар баҡсаһы тышҡы яҡтан йылытыла башлаған.
"Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһы сиктәрендә капиталь ремонтҡа республика һәм район бюджетынан яҡынса 1 миллион 200 мең һум аҡса бүленә. Изге башланғысҡа ауыл халҡы ла үҙ өлөшөн индерә. Объектта төҙөкләндереү эштәре 1 июнгә тамамланыр тип көтөлә.
Әйткәндәй, был бинаға 1985 йылда нигеҙ һалынған.
Киләһе йыл балалар баҡсаһының эске яғында ла ремонт эштәре башҡарыу планлаштырылған. Иҙән ҡатламын яңыртыу, ишектәрҙе алмаштырыу маҡсаты ҡуйылған. Ауыл халҡы был эште атҡарып сығыу өсөн төп финанс ярҙамды шулай уҡ "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" республика программаһы аша алырға ниәтләй. Бының өсөн әлегә конкурсҡа проект сметаһы әҙерләнә.




