Әүҙем йәштәргә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында уҙасаҡ "Үлемһеҙ полк" акцияһын ойоштороуҙа үҙ өлөштәрен индереү мөмкинлеге бирелгән.
Альберт Вәлиев, Дамир Яҡупов һәм Ангелина Васильева - өсөһө лә Октябрьский ҡалаһынан. "Еңеү ирекмәндәре" төбәк хәрәкәте координаторы әйтеүенсә, Бөтә Рәсәй конкурсының маҡсаты йәштәр араһынан иң әүҙем, маҡсатына ирешеүсән егет-ҡыҙҙарҙы билдәләү. Башҡортостан ирекмәндәренең бәйгелә еңеп сығыуы, йәштәрҙең тыуған ил, ата-олатайҙар тарихына битараф булмауын күрһәтә.




