"Татар ҡыҙы" республика гүзәллек бәйгеһе финалына утыҙҙан ашыу ҡыҙ араһынан 12 һылыу һайлап алынған. Ҡыҙҙар тәүҙә зональ конкурста һынау тотҡан. Конкурста 17 йәштән 25 йәшкәсә ҡыҙҙар ҡатнаша.
Бәйге талаптары буйынса улар татар телендә иркен һөйләшергә тейеш, шулай уҡ йырға, бейеүгә һәләттәре баһалана. Иң мөһиме - тышҡы ҡиәфәт матурлығына түгел, ә йәштәрҙең рухи байлығына өҫтөнлөк бирелә.
Татар ҡыҙҙары араһында гүзәллек бәйгеһе 1992 йылдан бирле үткәрелеп килә. Тәүҙә ул "Нәүрүз гүзәле" исеме аҫтында ойошторолдо. Конкурсҡа йомғаҡ 21 апрелдә яһала. Тамаша Өфөнөң "Нур" татар дәүләт театрында уҙасаҡ.




