Өфөлә хоккей тренерҙарын әҙерләүсе мәктәп асылды

Яңы учреждение хоккей федерацияһының Башҡорт физик культура институты менән берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Тренерҙар мәктәбенә Сергей Михалев исеме бирелде.

Фото №1 - Өфөлә хоккей тренерҙарын әҙерләүсе мәктәп асылды

Уҡыу йортонда махсус дисциплиналар буйынса юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү күҙ уңында тотола. Әлегә бындай мәктәптәр Мәскәү, Омск, Санкт-Петербург ҡалаларында һәм Силәбе өлкәһендә эшләп килә. Башҡортостанда бөгөнгө көндә хоккей буйынса 200-ләп белгес иҫәпләнә. Тренерҙар мәктәбендә улар белемдәрен профессиональ алымдар ярҙамында камиллаштыра ала. 8 ай дауам итәсәк курстарға ғаризалар ҡабул ителә, уҡыуҙар август айында башлана.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ