Ошо уңайҙан Башҡортостанға космонавт Сергей Ревин, осоусылар Владимир Шарпатов һәм Владимир Алимов килде. Рәсәй Геройҙарын республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡабул итте.
Осрашыуҙа йәш быуында космонавтикаға ҡыҙыҡһыныу уятыу мәсьәләһе күтәрелде. Әле Өфөлә "Гагарин-үҙәге" эшләй, уның нигеҙендә Космоквантум бар, шулай уҡ Благовещенда һәм Өфөлә Кванториумдар асылды. Дәүләкән районы Калиновка ауылында аэройыһан мәктәбе эшләп килә. Рәсәй геройҙары билдәләүенсә, республикала космонавтика һәм авиацияны үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Башҡортостандағы башҡа ҡалаларҙа ла бәләкәй кванториумдар асыу планы өйрәнелә, шулай уҡ йәйге лагерҙарҙың береһендә балалар өсөн йыһан сменаһын асыу ҡарала.




