Кешелек йыһан киңлеген үҙләштерә башлай. Рәсәй бик күп космос рекордтары ҡуя. Иң оҙайлы осош, космостағы дөйөм ваҡыт та, тәүге тапҡыр асыҡ йыһанға сығыу, ундағы тәүге ҡатын ҡыҙ ҙа беҙҙең ил ҡаҙаныштары. Юрий Гагариндың йыһанда үткәргән 108 минуты тотош быуаттарға етәрлек эҙ ҡалдыра.
Тап ошо көндән башлап йыһан кешелек донъяһына уйҙар етмәҫлек булыуҙан туҡтай. Космоста тәүге тапҡыр кеше. Совет кешеһе. Ер шары тирәләй осош яһаған Юрий Гагарин тотош дәүләттең кумирына әйләнә. Һәр бер малай , ҡыҙҙар ҙа космонавт булырға хыяллана.
Советтар союзында бер генә балалар уйынсығы ла ниндәйҙер тәрбиәүи мәғәнә һалынмайынса эшләнмәгән. Мәҫәлән, ябай ғына карусель. Ә бит уның космонавтар тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ роль уйнауын беребеҙ ҙә белмәйҙер. Йыһанға осорға әҙерләнеүселәр мотлаҡ рәүештә центрифуга ҡоролмаһында һынау үтергә тейеш . Һәм балалар ҙа космонавт булыу хыялына тәүге аҙымдарҙы тап ошо каруселдә яһаған. Оҙаҡ әйләнгәндән һуң аяғыңда баҫып тора алаһың икән, тимәк һин космонавт.
Ә инде ысын центрифуга көсөргәнешен еңел генә кисерерлек түгел. Уны тик ҡоростай сәләмәтлеге булғандар ғына үтә алған. Ҡасандыр был һынауҙы Сергей Ревинды да үткән. Һөҙөмтәлә ул илдең 113-сө космонавты. Йыһанда Сергей Николаевич 125 тәүлектән ашыу булған. Ә осошҡа әҙерлек йылдар дауамында барҙы, ти ул. Сөнки йыһанға өлгәшеүгә космонавт булыу ғына етмәй. Улар табип та, ашнаҡсы ла, парикмахер һәм хатта журналист та.
Йыһангирҙарҙың даланлы булыуы ла мөһим . Хатта әҙерлек үткәндә лә һеҙ үҙегеҙҙе уңыусан тип һанайһығыҙмы тигән һорауҙар ҙа бар. Бәлки тап юллыҡлы булыуы Владимир Шарпатовҡа әсирлектән ҡасырға ярҙам итәлер ҙә. Летчик утҡа тотоу ҡурҡынысы аҫтында Афғанстанда ултыртылған Ил -76 самолеты командиры була. Бер йылдан ашыу тотҡонда ыҙа сиккән экипаж шул уҡ самолетта ҡасырға өлгәшә. Легендар командир тураһында фильм да төшөрөлгән. Ҡандағар картинаһында был ҡаһарманлыҡ ентекле тасуирлана. Дөрөҫ, герой үҙе генә фильм һәм минең яҙмышым оҡшашлыҡтар юҡ, тип белдерә. Ысынбарлыҡта күпкә ҡурҡынысыраҡ булды, ти ул.
Тап улар тәүге космонавт Юрий Гагариндың ҡаһарманлығы, беренсе булыу һәм патриотизм идеологияһын дауам итеүселәр. Киләсәк быуынға улар менән осрашыу ғүмерлеккә һаҡланасаҡ тәҫораттар ҡалдырырға, йыһанға осоу хыялы уятырға тейештер ҙә. Ләкин заман башҡа.
Ҡыҙғаныс, әммә космонавт йәки летчик һөнәре генә түгел, байрам абруйы ла кәмей бара. Шулай ҙа йыһанда тартыу көсө булмаһа ла йондоҙҙарға ҡарата һөйөү ер йөҙөндә тағы яралырына өмөт бар. Кем белә, бәлки был егет тә паралондан ғына тегелгән космонавт кейемен ҡасандыр ысын скафандрға алмаштырыр.




