Шаран һыуһаҡлағысында көсөргәнешле мәл. Көндәрҙең кинәт йылытыуы һөҙөмтәһендә һыу кимәле артып киткән. Хәлде боҙҙоң ҡалын булыуы ла ҡатмарлаштыра. Саҡмағошта иһә ауылды ҡар һыуҙарынан һаҡлап торған яһалма ҡоролманы ла яҙғы һыу йырып аҡҡан һөҙөмтәлә ауылдың бер нисә урымын һыу баҫҡан.
Шаран һыуһаҡлағысы аша әле секундына 55 метр куб һыу үтә. Көндәр ҡапыл йылытыу сәбәпле гөрләүектәр менән тулыланған Сөн йылғаһының кимәле кинәт күтәрелә башлай. Хәлде боҙҙоң ҡалынлығы ҡатмарлаштыра. Уның киҫәктәре йылға үҙәнен быуып торған Шаран һыуһаҡлағысының ташҡын һыуын ағыҙы ҡоролмаһына тығыла. Дамбаға хәүеф тыуа. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеү маҡсатында һыуһаҡлағыс янында тәүлек әйләнәһенә дежур ойошторолған. Хеҙмәткәрҙәр боҙ киҫәктәрен ваҡлай.
Шаран һыуһаҡлағысындағы хәл даими күҙәтеү аҫтында ти белгестәр. Һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында Сөн йылғаһының түбәнге ағымында ултырған Наратаҫты һәм Шаран ауылдары халҡы иҫкәртелгән.
Саҡмағош ауылында быуа йырылыу эҙемтәләре күренеше. Йәйғор урамында туфан һыуы ҡалҡыуын Илгиз Кәримов кеҫә телефонына төшөрөп өлгөргән. Ғәрәсәт бер нисә минут эсендә тыныс ҡына торған урамды пыран-заран килтерҙе. Бәхеткә кеше ғүмерҙәренә зыян килмәне тип шатлана замандашыбыҙ.
Илгиз Кәримовтың күршеһе Рим Ғиләжетдиновтың ихатаһына яҙғы ҡар һыуҙары күберәк зыян килтереп өлгөрә. Ихаталағы ҡырсынташ йыуыла, мунса һыу эсендә ҡала. Ҡуралағы тауыҡтар һыу төбөнә китә.
Урамда тиҫтәләгән йорт-ихатаһы ҡар һыуғарынан зара күргән. Әле халыҡ килгән зыян күләме иҫәпләнмәгән, әммә ауыл юлдарын төҙөкләндереүгә генә 250 мең һумдан ашыу аҡса талап ителеүе ихтимал тип фаразлай белгестәр.
Баҫыуҙағы ҡар һыуҙары Саҡмағошҡа ағып төшмәһен өсөн тауыл ситендә дамба эшләнгән. Әлбиттә башҡа йылдарҙа ҡоролма үҙ тәғәйенләнешен үтәгәндер. Әммә быйыл ер туң. Һөҙөмтәлә гөрләүектәр быуаны йырып ауылға табан аҡҡан.
Баҫыуҙағы яһалма ҡоролма әле тергеҙелгән. Ҡар һыуҙарын ауылға үткәрмәү өсөн уларҙы йырыу һәм гөрләүектәрҙең ағымын үҙгәртеү эштәре башҡарыла.
Төбәктә яҙғы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү һәм халыҡтың һаҡлау буйынса оператив саралар күрелә. Оло һыу осорон, ҙур юғалтыуҙарһыҙ үткәреп ебәреүгә ныҡлы ышанысыбыҙ бар тип билдәләй белгестәр.




