Венеция ары торһон

Бөгөн Өфө районының Зубов ауылы ла һыу аҫтында ҡалды. Яҙғы ташҡын эҙемтәләренән тиҫтәләп йорт, автомобиль зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе: Ағиҙел менән Бәрҫеүән йылғаһы ҡушылған ерҙә тығындар барлыҡҡа килеүе менән аңлатыла. Ваҡиға урынында иртәнге сәғәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәте эшләй, граждандар өсөн ваҡытлыса йәшәп тороу урындары булдырылған.

Фото №1 - Венеция ары торһон

Урында йәшәүселәр бөгөн иртәнсәк кенә эшкә ҡапҡанан йәйәүләп сыҡһалар, ҡайтыуҙарына йортҡа кәмәһеҙ үтерлек түгел. Ҙур һыу иртәнге сәғәттәрҙән ауылдың өс-дүрт урамынан йылға булып аға. Һыу аҫтында ҡалған йорттарҙың һаны 70-кә барып баҫа. Ауыл халҡы өсөн ваҡытлыса йәшәп тороу урындары булдырыла, әммә зыян күреүселәр эвакуациянан баш тартҡан.

Алдағы йылдарҙа ауылда бер ниндәй ҙә ташҡын эҙемтәләрен күрмәгән халыҡ ғәҙәттән тыш хәлгә әҙер булмай сыға. Ғәли Шәрифуллин был хәбәрҙе ишеткәс тә, ҡаланың икенсе осонан ҡайтып етә. Әммә ул ваҡытҡа йорттоң подвалы тулыһынса һыу аҫтында ҡала.

“Ныҡ һыу килә башланы тигән хәбәр менән кейәү шылтыратты. Ҡайтып еткәндә барыһы ла батҡан ине”.

Зубов ауылында йәшәүсе Ғәли Шәрифуллин

Ауыл урамдары буйлап махсус техника йөрөй. Ҡотҡарыусылар урында йәшәүселәргә кәрәкле аҙыҡ-түлек ташыуҙа булышлыҡ итә.

“Ҡурҡыныс, ҡасан туҡтар инде. Өйҙә ике бәләкәй балалар бар. Өйҙө лә ҡалдырып китеп булмай, сығып китеп ҡайҙа бараһың? Бер ергә лә өлгөрөп булманы, йүгереп йөрөгәнсе, бөтә ерҙе һыу ҡаплаған ине”.

Зубов ауылында йәшәүсе Айҙар Нурисламов

Хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында ауыл халҡы билдәле ваҡытҡа электр утһыҙ ҡалған. Ҙур һыу килеүҙең сәбәбе Ағиҙел менән Бәрҫеүән йылғаһы ҡушылған ерҙә тығындар барлыҡҡа килеүе менән аңлатыла. Ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар штабы ойошторолған.

“Беҙ әлеге ваҡытта һыу кимәлен тикшерәбеҙ, контролдә тоторға тырышабыҙ. Һөҙөмтәләр Бәрҫеүән йылғаһы башында һыуҙың кәмеүен күрһәтә. Ваҡиға урынында тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған”.

Виталий Барзайкин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Башбат

Ҙур һыуҙан Кушнаренко районында йәшәүселәр ҙә зыян күрә. Унда ике тиҫтәләп һарыҡ һыу аҫтында ҡалып, һәләк булған. Кәртәнән ваҡ малды ҡотҡарып өлгөрә алмайҙар. Өфөнөң ботаника баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә һирәк осраған үҫемлектәрҙе һаҡлап ҡалыуға үҙ көсөн һала. Улар әйтеүенсә, баҡса тарихында бындай хәл беренсегә күҙәтелә. Шулай уҡ беҙҙең ватсап һандарына Дыуан, Бүздәк райондарындағы ташҡындар тураһында видеояҙмалар килде.

Боҙ тығылыуҙарын иҫкәртеү маҡсатында республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә шартлатҡыстар ҡулланыла. Бөгөн өфөләр Ағиҙел йылғаһында боҙ китеүен күҙәтте. Яҙғы ташҡын етди күҙәтеү аҫтына алынған. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ