Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш 19 апрелдә киске сәғәт 7-лә республиканың төп телерадио каналдарында тура эфирҙа ойошторола. Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәгенә көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем 8-800-347-03-47 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Башҡа ваҡытта ғаризаларҙы онлайн режимда Башҡортостан юлдаш каналы сайтында тултырырға була. Бөгөн колл-үҙәк операторҙары 600 самаһы шылтыратыуҙы яҙып алған. Техник элемтәне "Башинформсвязь" йәмғиәте тәьмин итә.




