Өфөлә бөгөн Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш торакаль хирургы Петр Яблонский оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Операциялар робот хирургияһы үҙәгендә үтте. Өс пациенттың үпкәһендәге яман шешкә Да винчи системаһы менән операция яһалды.
Әлфиә Сөләймәнова үпкәһе шешеп ауырыған. Хәҙер тын ҡыҫылыу, хәл бөтөү кеүек ауырлыҡтар артта ҡалған. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары уға әмәлиәтте иң камил ысул - робот ярҙамында эшләгән. Хирургиялағы яңыса алым пациентҡа тиҙерәк төҙәлергә булышлыҡ итә.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Робот техникаһы үҙәге асылғандан бирле Да винчи системаһы ярҙамында урология, гинекология, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса алтмышҡа яҡын операция яһалған. Бөгөн робот менән эшләүҙә оҫталыҡ дәресен Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш торакаль хирургы Петр Яблонский үткәрә. Яңы ҡорамал ярҙамында улар пациенттарҙың үпкәһендәге яман шеште алып ташлай.
Робот ярҙамында әмәлиәттәр Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Краснодарҙа эшләнә. Ә Волга буйы федераль округында Башҡортостанда ғына. Өфөлә робот хирургияһы үҙәге февралдә асылды. Был төр операциялар медицинала иң заманса ысул һанала.
Илдең баш торакаль хирургы табиптар һәм студенттар өсөн лекция ла уҡыны. Тәжрибәле табиптың баш ҡалаға килеүе тәүгә түгел. Быға тиклем ул Өфөлә пациенттың күкрәк ҡыуышлығындағы тайпылышты бөтөрөү буйынса операция яһауҙа ҡатнашты. Медицина көндән-көн үҫешә һәм тап бергә яһаған әмәлиәттәр хирургтарға яңы алымдарҙы уңышлы ҡулланырға, өйрәнергә мөмкинлек бирә.




