Федераль сауҙа селтәрҙәре менән бәләкәй магазиндар араһында баланс булырға тейеш

Төбәктең сауҙа ассоциацияһы был йүнәлештә тәртип булдырыу маҡсатында закондарға үҙгәрештәр индереү яҡлы.

Фото №1 - Федераль сауҙа селтәрҙәре менән бәләкәй магазиндар араһында баланс булырға тейеш

Был хаҡта ойошманың ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға арналған кәңәшмәлә билдәләп үтелде. "Аҙ форматлы сауҙаны үҫтерергә кәрәк",-тине асссоциация рәйесе Фәрит Ғиндуллин. Республиканың тауар етештереүселәре магазин кәштәләренә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ эләкһен өсөн - бәләкәй сауҙа нөктәләрен арттырыу планлаштырылған. Әлегә ҡайһы бер район-ҡалаларҙа эре сауҙа селтәрҙәренең күләме 10 проценттан ашып китеүе күҙәтелә.

“Бәләкәй сауҙа нөктәләрен арттырыуҙы үҙенән-үҙе башҡарылмай, бында дәүләт ярҙамы кәрәк. Беҙҙең эшләнгән закондарыбыҙ бар, уларҙы ойошторорға кәрәк”.

Башҡортостандың сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ