Нефть етештереү нескәлектәре мәктәп партаһынан өйрәнелә. Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр технопаркында уҡыусылар көнкүреш әйберҙәренән ҙур завод төҙөнө. Уның менән яҡындан танышҡан белгестәр ил кимәлендә үҙенсәлекле тәүге предприятие булыуын билдәләне.
Нургиз Миҙәтов Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы. Ул бөгөн 4 кешенән торған команда менән күмер етештереү заводы уйлап тапҡан. Әле макеты ғына. Әгәр ҙә хуплау тапҡан хәлдә уның әһәмиәте бик юғары булмаҡсы, ти йәш ғалим.
Һәр команда үҙ заводын ябай көнкүреш әйберҙәренән төҙөнө. Әйткәндәй, макеттар бер-береһенә оҡшамаһа ла улар дөйөм бер комплексты хәтерләтә. Сара федераль грант ярҙамында ойошторолдо. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетының студент-аспиранттары булдырған мәғариф проекты.
Юғары уҡыу йортонда эшләп килгән инженерҙар мәктәбе буласаҡ ғалимдарҙы тәрбиәләй. Башланғысҡа әле үк нигеҙ һалынған. Улар тағы ла яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырып Рәсәйҙең ҙур мәғариф майҙанына сығырға иҫәп тота. Ә инде был мәктәптә әүҙем шөғөлләнгән уҡыусылар киләсәктә Өфө дәүләт нефть техник университенына уҡырға инә аласаҡ.




