Ҡайнар йөрәкле унау. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы балаларға наградалар тапшырҙы.
Исемле китап, диплом һәм миҙалға Илфат Ғәлин, Булат Миңлеғәлиев, Йыһангир Мирзаев, Илдар Юлдашев, Азат Мәзитов, Ләйлә Сәйфетдиновалар лайыҡ булды. Ә Алина Абдуллинаға бүләк Мәскәү ҡалаһында тапшырылған. 18 йәше тулмаған үҫмерҙәр Бөтә Рәсәй балалар үҙәге "Орленок" ҡа путевка менән дә бүләкләнәсәк.
Илфат Ғәлин Өфөнөң 21-се лицейында белем ала. Уның ниндәй генә сетерекле хәлдә лә юғалып ҡалмауы һоҡландыра. Бөгөн бер ни тиклем тулҡынланыуы бар. Абруйлы награданы - егет тыныс ҡабул иткән. Киләсәктә ул табип һөнәрен һайламаҡсы. Илфат кешеләрҙе дауаларға, шәфҡәтлелек күрһәтергә теләй. Үткән йыл августа ата-әсәһе менән Инйәргә ял итергә баралар. Ҡаршы ярҙағы шарлауыҡҡа атаһы менән бергә йөҙөп сығырға ниәтләйҙәр. Илфат ярға беренсе йөҙөп сыға, бата башлаған атаһын күреп ярҙамға ташлана.
Һөйөклө кешеһен ғәзиз улы ҡотҡарыуына әсә кеше күңел түрендә рәхмәт һәм ғорорлыҡ тойғоларын йөрөтә. Бөгөн Илфат Ғәлиндың ике ҡанаты ла янында. Илфат атаһына беренсе ярҙам күрһәтеп, икенсе ғүмер бүләк итеүсе лә.
Бүләкләнеүселәр араһында ла батыр йөрәкле кадет ҡыҙ Ләйсән Сәйфетдинова ла бар. Ул юл уртаһында бер ниндәй ҡараусыһыҙ уйнап ултырған өс йәшлек баланы хәүефле урындан алып үҙ кәүҙәһе менән ҡаплап өлгөрә. Уларҙың икеһен дә ҙур тиҙлектә елдереүсе еңел автомобиль бәрҙерә.
Ләйлә Сәйфетдинова Мәләүез ҡалаһындағы кадет корпусының һуңғы курсында белем ала. Илһөйәр ҡыҙ рухи һәм әхләҡи ҡиммәттәргә яҡындары өлгөһөндә эйә булған.
"Ҡайнар йөрәк" билдәһе менән бүләкләнеүселәр араһында Ырымбур өлкәһендә хеҙмәт үтеүсе хәрби Азат Мәзитов та бар. Ул үткән йыл февраль айында биш бер туғанын уттан алып сыҡҡан. Егет йорттарын ялҡын алмап алған ваҡытта үҙен тиҙ генә ҡулға алып, яҡындарын ҡотҡарған.
Мәжитовтарҙың күп балалы ғаиләһе әлеге ваҡытта ҡуртымға алынған йортта йәшәй. Яҡын киләсәктә уларға торлаҡ һатып алыу өсөн сертификат тапшырыласаҡ. Биш туғанының ҙур бәләнән ҡотҡарған өлкән улына әсәһе лә иң изге теләктәрҙә.
Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин ҡулынан бүләкләнеп, иҫтәлеккә фотоға төшөүсе йәштәр үҙҙәрен герой тип иҫәпләмәй. Малайҙарҙың күптәре әле балалыҡтан да сығып бөтмәгән. Улар был ғәмәлдәрҙе кескәй, әммә ҡайнар йөрәктәре ҡушыуы буйынса башҡарған. Балалар өсөн иң ҙур бүләк -яҡындарының иҫән-имен булыуы.
"Ҡайнар йөрәк" социаль-мәҙәни инициативалар фонды проекты 5 йыл дауамында Бөтә Рәсәй күләмендә тормошҡа ашырыла. Быйыл Башҡортостанда абруйлы награда менән 10 бала бүләкләнде. Йәйгеһен үҫмерҙәр күрһәткән батырлыҡтары өсөн "Орленок" Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә ял итергә барасаҡ. Йәштәр араһында мәрхәмәтле, изге күңелле, ҡайнар йөрәкле егәттәр, ҡыҙҙар артыуы һоҡландыра.




