Республикала сифатһыҙ спорт ҡоролмалары арҡаһында балалар зыян күрә

Тикшереү барышында спорт ҡоролмаларын ҡулланыу буйынса 130-ҙан ашыу етешһеҙлектәр теркәлә. Бар эштәр прокуратура иғтибарына алына.

Фото №1 - Республикала сифатһыҙ спорт ҡоролмалары арҡаһында балалар зыян күрә

Республика прокуратураһы билдәләүенсә, Яныбай ауылында мини-футбол һәм гандбол ҡапҡалары нығытылмаған була. Был, ҡапҡаларҙың теләһә ҡайһы ваҡытта ҡолап, балаларға зыян килтереү мөмкинлеген күрһәтә. Шулай уҡ, спорт ҡоролмаларының хәүефһеҙлеге тураһындағы документтар ҙа булмай сыға. БДПУ спорткомплексында ла етешһеҙлектәр табыла. 2017 йылдың декабрендә ике кеше, ҡапҡаларҙың нығытылмауы һөҙөмтәһендә, зыян күрә. Благовещенск районының 3-сө һанлы балалар баҡсаһында ла биш йәшлек бала, майҙансыҡта уйнап йөрөгән сағында, ҡулын һындыра.

Тағы ла 29 мәктәптә махсус сертификатһыҙ футбол өсөн ҡапҡалар ҡулланылған була. Һөҙөмтәлә, 72 кешене дисциплинар яуаплылыҡҡа тартыралар. Дүрт осраҡ судҡа тапшырыла. Тикшереү эштәре дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ