Ташҡын осоронда тығындарҙың барлыҡҡа килеүе оло хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә йыл да был хәлде тыуҙырмаҫ өсөн, ҡотҡарыусылар тарафынан алдан сара күрелә.
Был маҡсатта белгестәр боҙҙо иретеү һәм бысыу өҫтөндә эш алып бара. Һыуҙың үҙ йүнәлешендә ағыуы биләмәләрҙе һыу баҫыу ҡурҡынысынан алып ҡала. Өфө хакимиәте билдәләүенсә, уҙған йылда ҡотҡарыусылар күпер аҫтын йыйылған боҙ, ағастан таҙартып, барлыҡҡа килгән тығынды юҡ итә. Быйыл иһә был урынға ағас ҡолаған.
Ҡотҡарыусылар отряде хеҙмәткәрҙәре күпер аҫтын уңышлы таҙалап сыға. Хәҙер йылға үҙ ярынан сыҡмаҫ,яҡын-тирәне һыу ҙа баҫмаҫ, тигән өмөттә улар.




