Бөгөн республикала «РобоПром 2018» фестивале үтә

Робот техникалары фестивале Башҡорт Дәүләт Университетының Стәрлетамаҡ филиалында үтә. Иртәнге сәғәттәрҙә үк ҡатнашыусыларҙы теркәү эше башланған.

Фото №1 - Бөгөн республикала «РобоПром 2018» фестивале үтә

Сараны ойоштороусолар билдәләүенсә, иртәнге ваҡытта ижади проекттар урынлаштырылған һәм конкурс эштәре тапшырылған. Фестиваль сарала ҡатнашыусыларҙы, педагогтарҙы һәм ата-әсәләрҙе робот техникалары менән таныштырыу маҡсатында уҙғарыла.

Сара һуңында һөҙөмтәләр һәм еңеүселәр билдәләнәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ