12 апрель көнө ирекле эҙләү-ҡотҡарыусылар төркөмөндә 71 йәшлек Зинаида Краснованың юғалыуы хаҡында мәғлүмәт бирелә.
«Лиза Алерт. Башҡортостан» төркөмө медицина ярҙамына мохтаж булған ҡатынды эҙләшеүҙә ярҙам һорай. Билдәләре: ябыҡ, буйы- 160 см, күҙҙәре- күк төҫөндә, сәсе- һоро.
Кем дә кем был ҡатын буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белә, (800)7005452 телефон һандары буйынса йә иһә 02, 102 номерына шылтыратыу һорала.




