Тиҙҙән хәүефле осор башланасаҡ

Көндәр йылыныу менән талпандар һөжүм итә башлаясаҡ. Тап ошо осорҙа талпан энцефалиты һәм талпан боррелиозы инфекцияларын эләктереү хәүефе арта.

Фото №1 - Тиҙҙән хәүефле осор башланасаҡ

Инфекциялы талпан ҡаҙалғандан һуң, кеше сирләй башлай. Шулай уҡ, был сирҙәр кешегә талпан эләктергән эт, бесәй, сәскәләр аша ла йоғорға мөмкин. Кәзә һөтөн ҡулланыу ҙа хәүеф тыуҙыра. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тупраҡ ҡатламы 5 -7 градусҡа тиклем йылығанда, талпандар әүҙемләшә башлай. Айырыуса, май-июнь айҙарында хәүефле.

Талпандар, башлыса, урмандарҙа күпләп осрай. Шуға күрә хәүефһеҙлек сараларын күреү мөһим.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ