Иртәгә, 14 апрель, ҡаланың үҙәк китапханаһы урында йәшәүселәрҙе Тоталь диктант яҙырға саҡыра.
Өфө хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, 2004 йылдан алып, йыл да тоталь диктант яҙыу сараһы ойошторола. Бында һәр кем туған телдә үҙ белемен тикшерә ала. Акция 75 илдең меңгә яҡын ҡалаһында уҙасаҡ.
Сарала ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә кәрәк. Тоталь диктант яҙыу Комсомольская урамы, 138, шулай уҡ Жуков урамы, 11/2 адрестары буйынса урынлашҡан китапханаларҙа ойошторола. Башлана 13.00 сәғәттә.




