Өфөлә 15 йәшлек үҫмер автомобилде ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнә

Калинин районда йәшәүсе егеттең ВАЗ-2106 маркалы автомобилен ҡыуып алып киткәндәр. Был эште балиғ булмаған үҫмер башҡарған.

Республиканың Эске эштәр бүлеге хәбәр итеүенсә, полицияға урында йәшәүсе ике егет мөрәжәғәт итә. ВАЗ-2106 автомобиленең 19 йәшлек хужаһы һөйләүенсә, Интернациональ урамынан билдәһеҙ кеше уның машинаһын ҡыуып алып киткән. Ә икенсеһенә бәхет йылмая, машинаны ҡыуып алып китергә генә тырышҡандар. Ҡулға алыныусы билдәләүенсә, сит автомобилдә ул бары тик йөрөп алырға ғына теләгән. Тәүге автомобилдең бикләнмәгән ишеге бурға транспортты еңел генә ҡабыҙып алып китергә мөмкинлек бирә. Бер аҙҙан үҫмер икенсе “тимер ат” артынан килә. Тик үтеп барыусыларҙың күплеге егетте был уйынан кире ҡайтара.

Асыҡланыуынса, алдан да ҡулға алыныусы автомобилдәрҙе ҡыуып алып китеүҙә шик тыуҙырған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.