Башҡортостанда ойошма етәксеһе хеҙмәткәренә хеҙмәт хаҡы түләмәгән

Туймазы районының «Эра» ЯСЙ-һында тикшереү үтә. Ойошмала 2016 йылдың декабренән 2017 йылдың апреленә тиклем һаҡсыға хеҙмәт хаҡы түләнмәгән.

Фото №1 - Башҡортостанда ойошма етәксеһе хеҙмәткәренә хеҙмәт хаҡы түләмәгән

Республика прокуратураһы билдәләүенсә, хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс 75 000 һум күләмендә билдәләнгән. Ойошма етәксеһе эш хаҡына тигән аҡсаны башҡа маҡсатта ҡулланған. Был юл менән, хужа юғары табыш алырға күҙаллаған.

Хеҙмәт хаҡы түләмәгән өсөн, ойошмаға 30 мең һум күләмендә штраф һалына. Хеҙмәткәр эш хаҡын тулы кимәлдә алыуға өлгәшә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ