Бөгөн Өфөлә ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында биш кешенең ғүмере ҡыйылды. Ваҡиға башҡала ресторандарының береһендә теркәлә.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ойошма хеҙмәткәренең береһе урамда эшләп йөрөгән сағында, ресторан комплексының канализация системаһы ҡоҙоғона ҡолап төшә. Зыян күреүсегә ярҙам күрһәтеү маҡсатында, бер нисә эшсе ҡоҙоҡҡа төшә. Ҡыҙғанысҡа, барыһыла урында һәләк була. Фаразланыуынса, ер аҫтында ағыулы газдың йыйылып тороуо һөҙөмтәһендә, эшселәр аңын юғалта.
Ҡотҡарыусылар зыян күреүселәрҙең барыһында өҫкә сығара. Тик берәүһен генә ҡотҡарып алып ҡалалар. Биш кеше ваҡиға урынында һәләк була.
Әлеге ваҡытта осраҡ буйынса тикшереү эштәре алып барыла.




