Төбәктә ял көндәрендә юлдарға томан төшөүө ихтимал

Төбәктә шәмбе, 14 апрель көнө, юлдарға томан төшөүө, күреү мөмкинлеге 1–2 саҡрымға тиклем сикләнеүе көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы.

Иртәгә һауа торошоноң болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел-төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫәсәк.

Һауа температураһы көндөҙ һигеҙ градусҡаса йылытыуы, төнөн иһә ете градусҡаса һалҡынайтыуы көтөлә. Урыны менән термометр баҫҡысы 12 градусҡаса төшөүө ихтимал.