Республикала хәбәрһеҙ юғалған 58 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табылды

13 апрель, республикала хәбәрһеҙ юғалған ҡатындың үле кәүҙәһе табылды.

Фото №1 - Республикала хәбәрһеҙ юғалған 58 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табылды

Ейәнсура районының Абҙаҡ ауылында йәшәүсе 58 йәшлек Клара Аллағолованың кәүҙәһе йылға буйында табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул туңып үлгән. Әлеге ваҡытта республиканың тикшереү комитеты ҡатындың үлем сәбәбен тикшерә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Абҙаҡ ауылында йәшәүсе ҡатын 2017 йылдың декабрь айында хәбәрһеҙ юғалғайны. Һуңғы тапҡыр уны Иҫәнғолда күрәләр. Клара Аллағолованың ике балаһы етем ҡалды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ