Ҡоҙоҡ ҡорбандары

Өфө ресторандарының береһендә бөгөн биш хеҙмәткәр ҡоҙоҡҡа төшөп ағыуланды. Тағы бер кеше дауаханаға урынлаштырылған. Асыҡланыуынса, эшселәрҙең береһе ресторандың канализация ҡоҙоғона ҡолаған. Ҡалғандар уға ярҙамға килгән.

Бәхетһеҙ осраҡ ресторан биләмәһендә көндөҙгө сәғәттәрҙә теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса бер хеҙмәткәр урамдағы канализация системаһы ҡоҙоғона төшкән. Уның ҡотҡарырға тип бер нисә хеҙмәттәше ашыға. Әммә улар ҙа бәләгә тарый.

Барлығы 6 кеше ҡоҙоҡ ҡорбанына әйләнә. Анни Акопян бер юлы ике кешеһен: атаһын һәм тормош иптәшен юғалта. Ҡатын өс балаһы менән тол ҡалды. Анни әйтеүенсә, ҡоҙоҡто таҙартыу эштәре бығаса ла үткәрелгән булған.

Бәхетһеҙ осраҡ урынына тиҙ ярҙам хеҙмәте ваҡытында килеп етеүенә ҡарамаҫтан, дүрт кешене ҡотҡарып өлгөрмәй. Дауаханаға урынлаштырылған ике хеҙмәткәрҙең береһе медицина учреждениеһында вафат булған. Сәбәбен белгестәр ҡоҙоҡта углекислы газ йыйылыуына бәйләй. Ул һауа алмаштырылмаған урында булыуы ихтимал. Шуға ла аҙыҡ-түлек һаҡланған баҙ, мөгәрәптән дә һаҡ булыу мөһим.

“Ғөмүмән, бындай хәл һәр ҡоҙоҡта теркәлеүе ихтимал. Бигерәк тә аҙыҡ-түлек һаҡланған урын елләтелмәгәндә. Углекислы газ йыйылған ҡоҙоҡҡа төшкән кеше шунда уҡ аңын юғалта. Иҫән ҡалыуы икеле”.

Химия фәндәре кандидаты Владимир Гуськов

Миҫалды ла оҙаҡ эҙләргә кәрәкмәй. Ошондай уҡ хәл бынан ике йыл элек Шишмә районында теркәлгәйне. Ул саҡта төбәктең шәкәр заводы эшселәре канализация таҙартҡанда һәләк булды. Сәбәбен белгестәр газдан ағыуланыуға бәйләне. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү дауам итә. Һәләк булыусыларҙың кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына тапшырылған.

Автор: Азат Ғәлиуллин.