Бөгөн Өфөнөң Орджоникидзе районына ҡараған Старо Александровка ауылы эргәһендә аҡҡан Ағиҙел йылғаһында барлыҡҡа килгән боҙ тығындары төбәктә ташҡын хәүефе тыуҙырған.
Пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында тығындарҙың йылға түбәненә, Благовещен һәм Өфө районы биләмәләренә таралыуы асыҡланған. Һыу кимәле күтәрелгән осраҡта Причал һәм Сутолока урамындағы 96 йортто һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған. Әммә Өфө янғындан ҡотҡарыу гарнизоны һәм баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы көстәре ярҙамында быға юл ҡуйылмаған. Тейешле саралар һөҙөмтәһендә боҙ тығылыуы кисектерелгән, әле йылғала боҙ китеүе күҙәтелә.




