Бәғерһеҙ бала ҡараусы

Стәрлетамаҡта 8 айлыҡ сабыйҙы йәберләгән бала ҡараусы ҡатын 6 йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Уға ҡарата Енәйәт кодексының 238-се статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылған.

Фото №1 - Бәғерһеҙ бала ҡараусы

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Нәзмиевтар ғаиләһе декабрҙә өйҙәренә видеокамера ҡуйып, ҡатындың балаға насар мөғәләмәһен теркәй. Артабан улар полцияға мөрәжәғәт итә. Тик әлегә бала ҡараусы Ирина Чернова бер ниндәй ҙә яуаплылыҡҡа тарттырылмаған. Етмәһә, социаль селтәрҙәр аша һаман да үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә.

Ярай, иҙәндә яҫтыҡбар. Юғиһә, имгәнер ине сабый. Бала ҡараусы ҡатын 8 айлыҡ Аланды тынысландырыр урынға, киреһенсә, уны язалай башлай. Аяғы менән башынан тапап уҙғандан һуң, кескәй малайҙың бер ҡулынан тотоп, бөтә көсө менән карауатҡа ырғыта.

Әсә кеше был кадрҙарҙы тыныс ҡына ҡарай алмай. Сабыйының йәберләнеүен өйөнә йәшерен камера ҡуйғас ҡына асыҡлаған ул. Дүрт ай элек, 15 декабрҙә.

Бала ҡараусы хеҙмәтен күрһәткән 43 йәшлек Ирина Чернова үҙ ғәйебен башта танымай, иҫбатлаусы кадрҙар, видеояҙманы күрһәтеүҙәрен һорай. Әйткәндәй, ҡатындың ысын фамилияһы Золотухина. Нәзмиевтар ғаиләһе иһә полиция органдарына мөрәжәғәт итә. Сабыйҙың тәнендәге күк таптарҙы травмпунктта теркәйҙәр. Һуңынан осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тик әлегә бер ниндәй ҙә ыңғай үҙгәреш юҡ.

Аландың әсәһе Ирина Нәзмиева: “Процесс шулай тора. Бала ҡараусы һаман эшләп йөрөй, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ”

Йәш ата-әсәй билдәләүенсә, бала ҡараусы хеҙмәтен ҡулланыу - сабыйҙарының психикаһына ғына түгел, сәләмәтлегенә лә ныҡлы зыян килтергән. Әле кескәй Алан дауалау курсын үтә.

Аландың әсәһе Ирина Нәзмиева: “Балам һаман һыуҙан ҡурҡа, һыу индереп булмай. Һауыт-һабанан ҡурҡа. Шприц ярҙамында ашатабыҙ”.

Нәзмиевтар ғаиләһе бала ҡараусыға ҡарата енәйәт эшенең йәберләү статьяһы буйынса түгел, ә сифатһыҙ хеҙмәт күрһәтеүгә бәйле асылыуына борсола. Дүрт ай үтеүгә ҡарамаҫтан, суд процессы ла иғлан ителмәгән.

“Баланы йәберләгән ҡатын һаман да яуаплылыҡҡа тарттырылмаған. Шулай уҡ тикшереү барышында ғәйепләнеүсе, зыян күреүсе тип әлегә бер кем дә танылмаған”.

Юрист Виталий Котельников
Башбат

Беҙҙең ижади төркөм быға тиклем Нәзмиевтар ғаиләһендә бала ҡараусы булып эшләгән ҡатын менән дә осрашты. Әммә ул һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартты.

“Улар минән шул рәүешле үс алмаҡсы булалармы? Мин уларҙың холҡтарын яҡшы беләм. Әйҙәгеҙ судҡа барайыҡ, мин шунда барыһын да һөйләп бирермен”.

Зыян килтереүсе Ирина Чернова

Билдәле булыуынса, бала ҡараусы хеҙмәтен күрһәткән Ирина Чернованан Стәрлетамаҡ ҡалаһында тағы ла өс ғаилә зыян күргән. Уларҙың береһе, Нәзмиевтар ғаиләһе кеүек үк, ҡатынды яуаплылыҡҡа тарттырыу маҡсатында полиция органдарына мөрәжәғәт иткән.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ