Асфальт юлда ҡом һаҙлығы

Асфальт юлда ҡом һаҙлығы. Өфөлә йәшәүсе 71 йәшлек ханым ейәне менән Республика туберкулезға ҡаршы диспансер биләмәһендә бәләгә тарый. Юл участкаһында ятҡан ҡомға баҫып ҡараған малай ҡапыл бата башлай. Өләсәһе уға ярҙамға ашыға, әммә үҙе лә ҡапҡанға эләгә. Хәйер, яҡында үтеп барыусы кешеләр була. Улар соҡорҙан сығырға ярҙам итә. Билдәле булыуынса, өлкән йәштәге ҡатын умыртҡа һөйәген һындырған, әле дауаханала ята. Ейәне Дауыт менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

Фото №1 - Асфальт юлда ҡом һаҙлығы

Хәүефле зона, үтергә ярамай. Республика туберкулезға ҡаршы диспансер биләмәһендәге ҡом һаҙлығы хәҙер кәртәләнгән, өҫтөнә, хатта, ҡырсынташ түшәлгән. Бәлә булырын алдан белһә, Давид был ҡурҡыныс урынды урап та үтер ине, бәлки. Тик иҫкәртеүсе билдә булмай.

“Өләсәйем менән диспансерға манту эшләтергә килгәйнек. Бинанан сыҡҡас мин юлдағы ҡомға баҫыуым булды бата башланым. Һаҙлыҡтағы кеүек тойолдо. Өләсәйем мине ҡотҡарып өлгөрҙө лә бит тик үҙе лә ярты кәүҙәһе менән соҡорға төшөп китте. Мин уның ғүмере өсөн ныҡ ҡурҡтым”.

Зыян күреүсе Дауыт Әбләҙов

Бәхеткә, яҡында ғына үтеп барыусы кешеләр була. Улар оло йәштәге ҡатынды соҡорҙан сығарып, бәләгә тарыусыларға учреждение эсенә инергә ярҙам итә. Дауыттың әсәһе Әлмира Әбләҙова был хәлде ишетеү менән диспансерға юллана.

“Әсәйем менән улымды өйгә алып ҡайттым. Барыбыҙ ҙа шаңҡыу хәлендә инек. Һуңынан әсәйем үҙен насар тоя башланы. Травмпунктҡа килеп күренгәс тә уны дауаханаға һалдылар. Рентген тикшеренеүҙәре умыртҡа һөйәге һынған булыуын күрһәтте”.

Дауыттың әсәһе Әлмира Әбләҙова

Әле оло йәштәге ҡатындың хәле бер аҙ яҡшыра башлаған. Ейәнен бәләнән аралай алғанына һөйөнөп бөтә алмай ул. Әйткәндәй, диспансер биләмәһендәге соҡор өсөн "Өфө һыу каналы" предприятиеһы яуаплы булыуы асыҡланды.

“Цюрупа урамы, 100 кәсер 1 һанлы йорт адресы буйынса былтыр 28 ноябрҙә беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ерҙән һыу ағыуҙы туҡтатыу сараларын башҡарҙы. Ремонт эштәре тамамланған көндө үк биләмә тәртипкә килтерелә. Соҡорға ваҡ таш, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы һалына. Ҡышҡыһын асфальт түшәү техник яҡтан мөмкин булмағас, был эш яҙға ҡалдырылғайны”.

"Өфө һыу каналы" предприятиеһының йәмәғәт менән бәйләнеш менеджеры Эльмира Шәмсетдинова
Башбат

"Өфө һыу каналы" предприятиеһында хәүефле участканы 1 майға тиклем тәртипкә килтерергә вәғәҙәләйҙәр. Шулай уҡ зыян күреүселәрҙең хат- мөрәжәғәтенә яҡын арала яуап буласаҡ. Ә әлегә оло йәштәге ҡатынға ҡиммәтле дауалау курсы талап ителә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ