Йылға-күлдәр боҙҙан әрселеү менән Башҡортостанда балыҡ тотоу тыйыла.
Быйыл сәнәғәт балыҡсылығына сикләү 15 апрелдән, ә спорт һәм һәүәҫкәр балыҡсылыҡҡа ҡарата 25 апрелдән ғәмәлгә инә. Бындай ҡағиҙәләр ыуылдырыҡ сәсеү осоронда уңайлы шарттар булдырыу, ятҡылыҡтарҙағы балыҡ запасын тулыландырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Алдағы йылдарҙан айырмалы, быйылғы миҙгелдә балыҡ тотоуҙа ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Атап әйткәндә, республика биләмәһендә уҡ балыҡ тотоу бөтөнләй тыйыла. Браконьерҙарҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу, ҙур күләмдә штраф йәки мәжбүри эшкә йәлеп итеү ҡаралған.




