Диндәр диалогы

"Диндәр диалогы - милли берҙәмлек нигеҙе". Сибайҙа үткән республика конфессия-ара йәштәр форумы шулай тип аталды. Форумда Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты һәм Рус православ сиркәүенең Башҡортостан метрополияһы делегациялары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре - барлығы 200-ләп кеше ҡатнашты

Фото №1 - Диндәр диалогы

Сарала ҡатнашыусылар республикалағы төрлө милләт һәм традицион конфессиялар йәштәре өсөн берҙәм майҙансыҡ булдырыу тураһында һүҙ алып барҙы. Тағы ла бер мөһим мәсьәлә йәштәр араһында экстремизм осраҡтарын иҫкәртеү. Был йәһәттән милләт-ара структуралар ойоштороу оло әһәмиәткә эйә. Конференцияла сығыш яһаусы диндарҙар билдәләүенсә, Башҡортостанда милләт һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа йәштәр милли ойошмаларының роле ҙур. Улар ойошмалар мәҙәни һәм спорт саралары ойоштора, мәғариф һәм хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша. Былар барыһы ла быуаттар төпкөлөнән килгән рухи ҡиммәттәрҙе нығытыу, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре араһында асыҡ мөнәсәбәт урынлаштырыуға йүнәлтелгән.

“Бөгөнгө форумдың тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләләренә төрлө яҡтан ҡарау мөмкинлеге бирә. Үҙ сиратында дәүләт власы органдары илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләү өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға тейеш”.

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов

Форумда фекер алышыу өс секцияла барҙы. Заман шарттарында милли ойошмаларҙың эш тәжриәбһе һәм киләсәккә перспективалар, дини ойошмалар тарафынан халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, йәштәр раһында тәрбиәүи эшмәкәрлек алып барыу мәсьәләләре иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Сибайҙа үткән форум дәүләт һәм дини конфессиялар араһында диалог булдырыуҙың да мөһимлеген күрһәтте.

“Дәүләт һәм дини конфессиялар диалогы конфессия -ара мөнәсәбәттәр кеүек үк бик мөһим. Шуға ла бөгөнгө сараны ойоштороуҙа дәүләт власы органдары ла ҡатнашты. Әлеге ваҡытта диндәрҙең бер-береһен аңлауы бик мөһим. Был йәмғиәтебеҙҙе, берҙәмлекте, дуҫлыҡты нығыта”.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса советы рәйесе Вячеслав Пятков

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ