Йәшә ҡурай

Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә “Йәшә ҡурай - йәшнә башҡорт моңо” тип исемләнгән район конкурсы һәм ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов менән осрашыу үтте. Юлай Ишбулды улы Баймаҡ районы һәм ҡалаһы ҡурайсыларына оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе.

Фото №1 - Йәшә ҡурай

Башҡорт өсөн ҡурай тәүге урындарҙын береһендә тора. Ҡурай мәктәбен дауам итеү, үҫеп килгән йәш быуынды музыка ҡоралының серҙәренә төшөндөрөүгә ҙур иғтибар бирелә. Шуға ла курай дәрестәре барлык кала мәктәптәрендә һәм ауылдарҙа һакланған.Осрашыуҙын тәүе өлөшө курайсылар бәйгеһе һымак үткәрелде. Унда бөтә ҡала мәктәптәре, Темәс, Билал, Байыш, Иҫке Сибай, Сынғыҙ-Буранбай, Ниғәмәт ауылдары уҡыусылары ҡатнашты.Улар үҙҙәренең оҫталыҡтарын жюри ағзаларына күрһәтте.

”Мин Ҡарабай көйөн уйнаным, аҙаҡ бөтә коллектив менән Сыңрау торнаны башҡарҙыҡ. Ҡурайҙа уйнау миңә ныҡ оҡшай”

Малик Вәлиев, конкурста ҡатнашыусы

Көндөң икенсе яртыһында ошо уҡ конкурсанттарға мәшһүр ҡурайсы,яҡташыбыҙ Юлай Ғәйнетдиновтын осталык дәрестәрен тынлау бәхете тейҙе. Дәрестә остаз ҡурайҙың тарихын,легендаларын,боронғо ҡурайсыларҙың уйнаған көйҙәрен, үҙенең шәхси видеояҙмалары, архивы аша балаларға еткерҙе.Ысын башҡорт ҡурайсыһы еңелмәҫ рух,сәмсел,ирек һөйгән булырға тейеш тип билдәләне ҡурайсы.

“Мин был бәйгене байрам тип һанайым. Күңелгә сихәт булды. Талантлы балалар бар, бик матур көйҙәр уйнайҙар, ҡатмарлы көйҙәрҙе лә башҡаралар. Оҫталыҡ дәрестәрендә биргән мәғлүмәт уларҙың күңелдәренә үтә, шуның өсөн мин бик шатмын. Маҡсатҡа өлгәшелде, Баймағыма рәхмәт!”

Башҡортостандын халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов

Бындай оҫталыҡ дәрестәре бик фәһемле,уҡыусыларға яңынан -яңы алымдарҙы өйрәнергә булышлык итә. Уҡыусылар Юлай Ғәйнетдиновка оҫталыҡ дәресе өсөн рәхмәт белдерҙе. Дәрес күңелде үҫтереп, егет-ҡыҙҙарҙы рухландырып ебәрҙе,ҡурайға тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятты.

Башбат

Автор: Лилиә Әхмәтҡужина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ