Боҙ китте

Башҡортостанда ташҡындың тәүге этабы артта ҡалды, дала йылғалары иң юғары нөктәһенән үтте. Был турала бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр иттеләр.

Фото №1 - Боҙ китте

7-һенән 9 апрелгә тиклем Ағиҙел йылғаһына ҡушылған Ашҡаҙар, Стәрле һәм Мәләүез йылғалары боҙҙан әрселеп күтәрелә башланы. Өршәк, Сәрмәсән, Өҫән йылғаларында иһә әле һыу кимәле түбәнәйә тип билдәләй белгестәр. Дим йылғаһы ла таша, был күренеш үҙ сиратында Ағиҙел менән бәйле.

Киләһе аҙнала Дим, Ағиҙел йылғаһының үрге ағымы, Инйәр, Еҙем йылғаларында һыу кимәле артыуы көтөлә. Рәсми статистика буйынса 11 районда һыу баҫыу осраҡтары теркәлгән.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ