Ташҡындан һуң

Ташҡын йорт-ҡаралтыны ла, мал-тыуарҙы ла аямай. Кушнаренко районының Үрге Аҡбаш ауылында бер ғаиләнең генә егерме баш ваҡ малы батып үлә. Умарталары, кәртә-ҡураһы аҡҡан кешеләр ҙә байтаҡ. Бәхеткә, ғүмерҙәр ҡыйылмаған. Сөнки бер-бер хәл була ҡалһа Үрге Аҡбашҡа үтеп инерлек түгел.

Хәҙер генә йәшел үләнгә баҫам, иреккә сығам тип торған малҡайҙар күҙ асып йомған арала һәләк була. Һыу кинәт кенә метр ярымға тиклем күтәрелә һәм 10-15 минут эсендә үк бөтә йорт-ҡураны баҫа. Бындай ғәрәсәтте көтмәгән хужалар шаңҡып ҡала, тирә-йүн күҙ алдында оло бер диңгеҙгә әйләнә. Хужалар әйтеүенсә, эргә-тирәлә оло йылғалар юҡ, бәләкәй генә Кәрәкә аға. Янда быуа бар, уны асыуҙары ихтимал, сөнки һыу ике яҡлап килә.

“Кинәт килтереп баҫты. Һыу 1,5 метрға күтәрелде, сығып та булмай, аңғарманыҡ та. Башҡа сара ҡалмағас Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыраттыҡ, улар беҙгә кеше ғүмере мөһим, мал өсөн яуаплылыҡ алып бармайбыҙ, тинеләр”.

зыян күреүсе Сания Баһауетдинова

Хәйер, ауылға килһәләр ҙә үтә алыуҙары икеле. Бында юл тигәндең исеме генә бар. Беҙҙең тулы приводлы тигән автомобиль дә инеү менән батҡаҡҡа сумды, тартып та, этеп тә сығарырлыҡ түгел. Ярай әле ауыл халҡының тикшерелгән транспорты бар.

Үрге Аҡбаштарҙың ҡиммәтле сит ил автомобилдәренә иҫе китмәй, бында иң кәрәкле транспорт ат. Сөнки ауылда йыл әйләнәһенә юл юҡ, яҙлы-көҙлө батҡаҡтың аҫты-өҫкә әйләнеп ята, ҡыш ҡар һала. Ташҡындан һуң урамдар буйлап атта йөрөү ҙә еңел түгел, малҡайҙар бата-сума саҡ йөрөй, кырандас та түңкәрелеп китә яҙа.

Йәл кырандастар бәләкәй, ике-өс кешенән артыҡ һыймай, видео төшөрөүсе егеттәребеҙгә бата-сума йәйәү атларға тура килде. Ярай ташҡындан һуң бер аҙ туңдырған, юғиһә, таралған донъяны йыйып алырмын тимә. Ғариповтарҙың һыу баҙҙарына тулып иҙән өҫтөнә тиклем сыҡҡан, хатта, тимер ҡоймаларҙы ла аямаған.

“Бөтөн донъяны баҫты. Баҙ ҙа тулды, ҡоймалар емерелде”.

зыян күреүсе Роза Ғарипова

“Һыу алдан да, арттан да килде, беҙ утрауҙа ултырып ҡалдыҡ. 15 минут эсендә бөтөн донъяны баҫты ла ҡуйҙы”.

зыян күреүсе Рәмзилә Мөфтәхетдинова

Ташҡын мәлендә халыҡ ҡурҡып тышҡа ла сыға алмай, берҙән көслө ағым, икенсенән, электр бағаналарынан сымдар өҙөлөп төшә башлай.

“Һыу баҫҡанда быҙау бағана төбөндә тоған. Электр сым өҙөлөп төшкән дә ток һуҡҡан”.

зыян күреүсе Илфат Гәрәев

Әле Үрге Аҡбаштар йорт-ҡураны тәртипкә килтереү, ағып киткән ҡаралтыны эҙләү менән мәшғүл. Иң ҡыйыны күҙ терәп торған малыңдан айырылыу, ҡыш сыҡтым ғына тигәндә. Юл булһа ошо хәлгә ҡалмаҫ, асыҡ ергә ташып өлгөрөр инек. Ә былай һыуҙан ҡасып ҡотолорлоҡ түгел, тотҡондағы һымаҡ, ти Үрге Аҡбаштар.

Автор: Рәмзиә Кәримова.