Рәсәй Хөкүмәте Өфөнөң көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн финанслау ҡарарын раҫланы

Проекттың хаҡы 34 миллиард һум күләмендә баһалана. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Красноярск иҡтисади форумы барышында белдерҙе.

Фото №1 - Рәсәй Хөкүмәте Өфөнөң көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн финанслау ҡарарын раҫланы

Талап ителгән аҡсаның 20 миллиарды федераль сығанаҡтарҙан, 10 миллиарды ВТБ банкы иҫәбенән, 5 миллиардҡа яҡыны республика ҡаҙнаһынан бүлеү күҙаллана. Рөстәм Хөмитов белдереүенсә, быйыл уҡ федераль кимәлдән 550 миллион һумлыҡ тәүге траншты күсереү ҡарала. Был аҡсаны алыу менән юлсылар төҙөлөш эштәрен башлаясаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ