Робот йыйыусылар мәккәһе

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетемаҡ филиалы тәбиғи фәндәр фәнни-производство базаһында Рәсәйҙә иң беренселәрҙән булып СТАН компанияһы уҡыу компетенциялары үҙәге асылды. Икенсе Республика асыҡ фестивалендә үҫмерҙәр үҙҙәре йыйылған роботтарҙың мөмкинлектәрен барланы.

Был базала студенттар электрон хисаплау идараһы булған станок өлгөләрендә эшләү нескәлектәрен өйрәнәсәк. Был алым ярҙамында белем алған йәштәр сәнәғәт талаптарына яуап бирә аласаҡ. Уҡыу үҙәге ете завод хеҙмәткәрҙәренә квалификация күтәреү урыны ла буласаҡ. Белем биреү Рәсәй Уорлд Скилс стандарттарынан сығып башҡарыла.

(инженер-технолог Нәйлә Ишмөхәмәтова) “Фрейзер станогы хеҙмәт етештереүсәнлеген күпкә арттыра. Станокта электрон хисаплау блогы бар. Беҙгә заказсы төрлө ҙурлыҡта деталдәр һыҙмаһын бирә. Беҙ шул һыҙмаларҙы электрон программаға индерәбеҙ . Был станок шул прорамма буйынса эшләй”.

Йәштәргә Рәсәй биләмәләрен үҫтереү буйынса төп консультант Петр Щедровицкийҙың да лекциялары мауыҡтырғыс булды. Бәләкәй ҡалаларҙың киләсәге, муниципаль кимәлдә глобаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, биләмәләрҙе үҫтереү технологиялары студенттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар баҡсалары тәрбиәселәре лә бәләкәстәрҙе роботтар йыйыуға йәлеп итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

“Бер кеше лә компьютерһыҙ, роботһыҙ йәшәй алмай. Һөнәри йүнәлеш буйынса ла бөгөн бик мәртәбәле эш булды”.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов

Илшат Насиров роботтар йыйыу менән биш йылдан ашыу шөғөлләнә. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе егет үткән фестивалдә беренсе урын яулаған. Техник фәндәрҙе үҙ итеүсе егет киләсәк тормошто роботтарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.

“Йыл һайын программа үҙгәреп тора, шуға күрә мин дә йыл һайын яңыробот йыям. Роботтарһыҙ киләсәкте күҙ алдына килтерә алмайым. Бөгөн дә төрлө илдәрҙә урам буйлап роботтар йөрөй”.

робот техникаһы түңәрәгендә шөғөлләнеүсе Илшат Насиров

Ҡыҙҙар Рәсәй төбәктәрендә бик кәрәкле ҡар техникаһының бәләкәй күсермәһен үҙ ҡулдары менән йыйған. Ә ваҡ деталдәр йыйыу менән бала сағынан шөғөлләнеүсе нуриман районы Һарт Лабау ауылы мәктәбе егеттәренә конкурс шарттарында робот йыйыу бер ни тормай.

“Мин роботтарҙы ярты сәғәттә йыям. Ул лабиринтта йөрөргә тейеш. Әгәр юлда диуар осраһа, үҙе шуны күреп борола”.

Самат Камалетдинов, робот техникаһы түңәрәгендә шөғөлләнеүсе

Икенсе асыҡ робопром фестивалендә ҡатнашыусылар конкурс талаптары буйынса ноутбуктар ғына алып килгән. Һәр командала ярыш сәме. Егеттәр, ҡыҙҙар төрлө фармандарға буйһоноусы роботтарҙы ошо залда, талапсан жюри алдында йыйырға тейеш.

“Береһенең дә үҙе менән роботтары юҡ. Уларҙың барыһы ла өйҙә. Бында уларға ни бирелә, шулар менән эшләйҙәр”.

Әлшәй районы Раевка ҡасабаһының 4-cе мәктәбе уҡытыусыһы Илдус Баймөхәмәтов

Стәрлетамаҡты ысын мәғәнәһендә робот йыйыусылар мәккәһе тип атарға була. Икенсе тапҡыр үткәрелгән робосәнәғәт фестивалендә 150- нән ашыу үҫмер заман технологиялары һәм робот йыйыу өлкәһендә үҙ көсөн һананы. Тимәк, тезник интеллигенцияны үҫтереү стратегияһы бик урынлы. Аҡыллы, уйсан үҫмерҙәр араһынан киләсәктә Нобель премияһы лауреаттары үҫеп сығыу ихтималлығы ла көслө бит.

Автор: Гүзәл Борханова.