16 апрелдә Башҡортостанда автоматлаштырылған иҫкәртеү системаһының әҙерлеге тикшерелә

Был көндө сәғәт 11-ҙә республиканың барлыҡ ауыл-ҡалаларында өс минут дауамында электр сиреналары яңғыраясаҡ. Иҫкәртеү системаларын комплекслы тикшереү уларҙы даими рәүештә тәғәйен бурыстарын үтәүгә әҙер тотоу өсөн башҡарыла.

Фото №1 - 16 апрелдә Башҡортостанда автоматлаштырылған иҫкәртеү системаһының әҙерлеге тикшерелә

Сирена тауышын ишеткәс республикала йәшәүселәр һәм объекттар һәм ойошмаларҙың хеҙмәтләндереү персоналы радиоалғыстарын "Маяҡ", "Рәсәй", "Ашҡаҙар" радиоларына йә иһә "Рәсәй 1" телеканалына ҡуйырға тейеш. Халыҡты иҫкәртеү өсөн "Оксион" системаһын ҡулланыу ҙа планлаштырыла. Республикала йәшәүселәр кеҫә телефондарына смс хәбәрҙәр аласаҡ.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ