Юлдарҙа күләмле рейд

Уҙған тәүлектә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан буйлап күләмле редҡа сыҡты. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән операция барышында эскән килеш руль артына ултырыусылар менән бер рәттән, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған водителдәр тутатылды. Өфө һәм республиканың көнбайыш ҡалаларында уҙған рейдта беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты.

Фото №1 - Юлдарҙа күләмле рейд

Матур егеттәр тәҙрәләре ҡараңғылатылған автомобилдә йөрөмәй. Һәр хәлдә республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов туҡтатҡан транспорт хужаһы шундай фекерҙә. Был һүҙҙәрҙән һуң Өфөләге уҡыу йорттарының береһендә уҡыусы студентҡа тәҙрәләге пленканы алып ташлауҙан башҡа сара ҡалманы.

Әле генә ҡара төҫтәге "Тойота" автомобиле водителе республиканың баш автоинспекторына буйһонмай ҡасыу яҡын ҡараны. Тәҙрәләре ҡараңғылатылған транспорт сараһының дәүләт номерҙары билдәле, шуға ла уны ҡулға алыу артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ.

Өфө урамдарындағы автомобиль тығындары водителгә алыҫ ҡасырға мөмкинлек бирмәй. Рация аша еткерелгән мәғлүмәт ярҙамында эргәләге экипаж уны тиҙ арала ҡулға ала. "Тойота" хужаһы был ҡылығын телевизион камераға төшөргә теләмәүе менән аңлата. Әммә полицицияға буйһонмағына өсөн ул тағы ла етдиерәк яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары йома кис республика төбәктәре буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты. Фажиғәләрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән бындай күләмдәге иҫкәртеү сараһы быйыл беренсегә ойошторола. Статистиканан күренеүенсә, һуңғы ваҡытта төбәк юлдарында үлемесле авариялар һаны артҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күрһәткес буйынса республика илдә "алдынғы" урындарҙың береһен биләй.

“Башҡортостанда үлем осраҡтары йышайҙы, Рәсәй буйынса өсөнсө урынға сыҡтыҡ. Шуға беҙ бөгөн профилактикаменән шөғөлләнәбеҙ. Йәйәүлеләр ҙә ҡағиҙәләр боҙа, иҫерек водителдәр ҙә күп. Рейдҡа бөтә райондарҙың ЮХХДИ етәкселәре сыҡты, мин үҙем дә сыҡтым, урынбаҫарҙарым да юлда”.

Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов

Рейд барышында тәҙрәләре ҡараңғылатылған автомобилдәр күп туҡтатылды. Әгәр ҙә ҡыш көндәрендә улар, башлыса бер ниндәй язаһыҙ йөрөһә, хәҙер инспекторҙар шунда уҡ штраф һалып, пленкаларҙы һыҙырырға мәбүр итә.

Ҡар иреү менән юлдарҙа дәүләт номерҙары бысраҡ йөрөгән автомобилдәр һаны ла артты. Ҡайһы берәүҙәр махсус рәүештә шулай йөрөй. Әммә уларҙы камералар уҡый алмай тигән фекер менән килешергә ярамай, ти инспекторҙар.

“Күп водителдәр автомобиль номерҙарын йыумайынса, бысраҡ килеш тоталар. Уларҙы юлдарҙа торған камераларҙан йәшенергә уйлайҙар, әммә был дөрөҫ түгел. Камералар ультра нурҙар ярҙамында номерҙарҙы күрә”.

Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының пропаганда бүлеге хеҙмәткәре Линар Зиннуров

Күләмле рейд артабан республиканың көнбайыш төбәктәрендә дауам итте. Октябрьский ҡалаһында туҡтатылған һәр бишенсе автомобилдә тиерлек етешһеҙлектәр булыуы асыҡланды.

Ҡырын төшөрөп алған был ир бәхеткә күрә руль артында ултырмаған. Шулай ҙа ул тыныс ҡына өйөнә ҡайтып ятыр урынға ни өсөндөр инспекторҙар менән бәхәскә инде. Ул хатта, полиция хеҙмәткәрҙәрен бер нисә тапҡыр мыҫҡыл итеүҙән дә тартынманы. Власть вәкилдәрен әҙәпһеҙ рәүештә мыҫҡыллаған иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимал.

Октябрьский һәм Туймазы ҡаларында үткән күләмле рейд барышында бер генә иҫерек водитель дә туҡтатылманы. Шулай ҙа уҙған тәүлектә республиканың башҡа төбәктәрендә 137 эскән водитель ҡулға алынған. Шулай уҡ руль артындағыларға 3 мең 600-ҙән ашыу административ материал төҙөлгән. Инспекторҙар билдәләүенсә, фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән бындай саралар киләсәктә лә мотлаҡ ойошторолоп торасаҡ.

Башбат

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ