Бөгөн Өфөлә ата-әсәләрҙең дөйөм йыйылышы үтте. Сарала ата-әсәләрҙең хоҡуҡтары хаҡында һүҙ барҙы, баш ҡаланың махсус комитетын ойошторорға хәл ителде.
Ата-әсәләр йыйылышын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторған. Унда билдәләнеүенсә, әлеге заманда ҡанундар бала үҫтергә ғаиләләргә киң мөмкинлектәр аса. Тик уларҙы дөрөҫ, уңышлы итеп файҙалана белеү генә мотлаҡ. Йыйылышта ҡатнашыусы һәр кем үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, белем биреү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә алды.
Баш ҡаланың ата-әсәләр комитетын төҙөү тәүге тәжрибә түгел, марттан республика буйынса ошондай уҡ ойошма эшләп килә. Комитет азалары район-ҡалалар буйынса осрашыуҙар уҙғара, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ итә. Өфөлә мәктәпкәсә учреждениелар ҙа, белем усаҡтары ла күп, шуға баш ҡалала берләшеп эшләү өсөн айырым комитет төҙөргә хәл ителгән. Ата-әсәләр фекеренсә, мәҫәлән, туған телде уҡытыуҙа әүҙемлек кәрәк. Был бурысты мәктәп иңенә генә атҡарып ҡуйырға ярамай. Һәр кемдә туған теле, халҡы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо булырға тейеш.




