Бөгөн республика халҡы рус теленән тоталь диктант яҙҙы

Быйыл текст "Зөләйха күҙҙәрен аса" романы менән билдәлелек алған автор Гүзәл Яхинаның ижадынан алынған. Филологтар билдәләүенсә, уның әҫәре рус теленең бар грамматик һәм пунктуацион талаптарына ла яуап бирә.

Фото №1 - Бөгөн республика халҡы рус теленән тоталь диктант яҙҙы

Яҙма эш Өфөлә 30 урында ойошторолдо. Төп майҙансыҡтарҙың береһе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһында ине. Диктант яҙырға быйыл да халыҡ күп йыйылды. Күләмле саранан депутаттар ҙа ситтә ҡалманы.

“Дөйөм алғанда был сара бик мөһим тип иҫәпләйем. Сөнки телде белеү, ул телдә һөйләшеү бер нәмә, ә инде уны юғары кимәлдә аңлап тыныш билдәләренә тиклем төшөнөп яҙыу, ул кешенең шәхес кимәлен дә, белем кимәлен дә күтәрә. Был йәһәттән депутаттар йәмғиәте өлгө күрһәтергә тейеш”.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова

“Бәләкәй саҡтан бирле диктант яҙырға яратам. Минең әсәйем уҡытыусы, үҙем дә уҡытыусы булырға хыяллана инем. Мәктәптә гел бишле ала инем, бөгөн дә үҙемде һынарға булдым”.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева

Республика вуздары ла күләмле акцияны күтәреп сыҡты. Башҡорт дәүләт университетында, мәҫәлән, сит ил граждандары өсөн махсус аудитория бүленде. Тәүҙә улар тест һорауҙарына яуап бирһә, һуңынан яҙма эштә ҡатнашты.

Майҙансыҡ "Рәсәй - минең тарихым" тарихи паркында ла эшләне. Рус теленән белем кимәлен тикшерергә килеүселәр өсөн учреждение етәкселеге бүләктәр ҙә әҙерләгәйне

Ә 21 апрелдә башҡорт теленән региональ диктант үтә. Акция бөтә республика буйынса ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү кәрәкмәй. Сара Башҡорт дәүләт университеты һәм уның филиалдарында, шулай уҡ Рәсәйҙең сиктәш төбәк ҡалаларындағы урта, урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениеларында ойошторола. Региональ диктант яҙыуҙа теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Ул грамоталылыҡ мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеү һәм грамоталы яҙыу мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ