"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы белдереүенсә, Рәсәй сифаты эксперттары Башҡортостанда етештерелгән продукцияны тикшергәндән һуң ошондай һығымтаға килгән. Лабораторияла Рәсәй баҙарындағы 50 популяр маркалы аҙыҡ тикшерелгән. Һөҙөмтәлә 20 процентлы ҡаймаҡтың ялған булыуы асыҡланған.
Һыйыр майы үҫемлек майы менән алыштырылған, тетрациклин төркөмөндәге антибиотик етешмәгән. 2018 йылдың июлендә үҙ көсөнә инәсәк закон буйынса бындай продукция "ҡаймаҡ етештереү технологияһы буйынса эшләнгән һөт продукты" тип маркаланасаҡ һәм составында үҫемлек майы ҡулланыу күрһәтеләсәк. Рәсәй сифатынан белдереүҙәренсә, тауарҙар сифат һәм хәүефһеҙлектең 75 күрһәткесе буйынса тикшерелгән. 36 тауарҙың юғары сифатлы булыуы, алтыһының - сифатлы, ә һигеҙенең талаптарҙы боҙоп етештерелеүе асыҡланған.




